Улар, тәү сиратта, президентыбыҙ Владимир Путиндың халыҡтың киң ҡатламдарына ҡағылышлы социаль инициативалары. Айгөл Ғәлиева аш-һыу бүлмәһенән сыҡмай тиерлек. Иртәнге аштан һуң төшкөһө, күҙ асып йомғансы кискеһенә ваҡыт етә. Унан тыш, мәктәп, балалар баҡсаһы, төрлө түңәрәк, секциялар. Дүрт бала тәрбиәләнгән ғаиләлә тик кенә ултырып булмай, ти Айгөл. Ғаилә башлығы Илнур иһә аҡса мәсьәләһен хәстәрләй. Йәш ғаилә күптән түгел йорт һатып алған. Сығымдар бихисап. Бындай хәлдә аҡса еткереүе еңелдән түгел. 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын аҡса түләнәсәген белгәс, шатлығын йәшермәй йәш атай. Ил башлығы бойороғо менән 8 йәштән 16 йәшкә тиклем балаларға ай һайын аҡса түләнәсәк. Тейешле указ 1 апрелдән ғәмәлгә инде, аҡса түләү май айынан башлана. Был яңылыҡ аҙ килемле ғаиләләргә ҡағыла. Йәнә бер үҙгәреш — халыҡтың социаль пенсияһының 8,6% индексацияланыуы. Был йыл да башҡарыла торған сара. Әммә уның күләме башҡа йылдар менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ. Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер арттырылған социаль пенсияны 100 меңгә аҡын яҡташыбыҙ аласаҡ. Водителдәргә ҡағылышлы үҙгәрештәр ҙә бар. Иң намыҫлы һәм яуаплы водителдәр Осаго полисы өсөн хәҙер аҙыраҡ түләйәсәк. Транспорт фәжиғәләренә йыш тарығандар өсөн түләү коэффициенты һиҙелерлек артасаҡ. Илфат Хисмәтуллин 20 йылдан ашыу водитель булып эшләй. Яңы үҙгәрештәргә ул ыңғай ҡарашта. Водитель был сара юлдағыларға иғтибарлыраҡ йөрөргә этәргес бирер, тигән фекерҙә. 1 апрелдән ташламалы ипотеканың да шарттары үҙгәрҙе. Процент ставкаһы 12-гә күтәрелде, шул уҡ ваҡытта кредит суммаһы 6 миллиондан да юғары булырға тейеш түгел. Ә бына банк вкладтарының килеменә хәҙер һалым индереү ҡаралмаясаҡ. Хәҙер хөкүмәт балаларға 14 йәштән башлап дәүләт хеҙмәттәре порталында үҙаллы теркәлергә мөмкинлек бирә. Был үҙгәреш тә 1 апрелдән үҙ көсөнә инде. Шулай уҡ балалар ялына кешбек программаһы ла тергеҙелә. Уның ярҙамы менән ата-әсәләр лагерға юллама хаҡының бер өлөшөн компенсациялау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Апрелдән илебеҙҙә бик күп кенә үҙгәрештәр ғәмәлгә инде
Апрелдән илебеҙҙә бик күп кенә үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.