Ғәбдөктө һыу баҫа

Башҡортостандың Белорет районы Ғәбдүк ауылында 90 ихата һәм 45 торлаҡ йортто һыу баҫҡан.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса бүлексәһе Белорет районы Ғәбдүк ауылында Инйәр йылғаһы һыу кимәленең күтәрелеүе тураһында мәғлүмәт алды. Йылғаның 110 градусҡа ҡырҡа боролош алған урынында боҙ тығыны тороу сәбәпле ташҡын барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә 90 ихата һәм 45 шәхси торлаҡ йортто һыу баҫҡан. 103 кеше эвакуацияланған, шуларҙың 18-ҙе – балалар.

«Халыҡ иҫкәртелгән. Урындағы мәктәптә 50 кешегә иҫәпләнгән ваҡытлыса торлаҡ ойошторолған. Әлегә унда ун кеше урынлашҡан. Эвакуацияланған халыҡтың ҡалғаны туғандары һәм күршеләрендә туҡталған. Ауылда аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙарҙың талап ителгән запасы тупланған. Мал-тыуар хәүефһеҙ урынға күсерелгән. Һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ», — тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Ғәбдөк ауылында барыһы 168 торлаҡ йортта 549 кеше йәшәй, шуларҙың 87-һе — балалар. Бында социаль әһәмиәттәге дүрт объект бар – дөйөм белем биреү мәктәбе, китапхана, фельдшер-акушер пункты һәм ауыл мәҙәниәт йорто.

«Аэрофотосъемка үткәрер, һыу кимәлен даими күҙәтеп торор һәм ауылдағы хәлде ҡарамаҡта тотор өсөн урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы оператив төркөмө һәм пилотһыҙ авиасистема төркөмдәре эшләй. Кешеләргә ярҙамға килергә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереү хеҙмәте һәм ҡотҡарыусылар, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм район хакимиәте вәкилдәре әҙер. Боҙ тығынын бөтөрөү маҡсатында шартлатыусылар бригадаһын саҡыртыу әмәле күрелә. Оператив штаб эшмәкәрлеге ойошторолған. Тығындың ҡуҙғалыуы һәм йылғала һыу кимәленең түбәнәйә башлауына өмөт бар», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.