Стәрлетамаҡ районындағы Наумовка ауылында урынлашҡан китапхана яңы быуын модель китапханаһы дәрәжәһенә лайыҡ. “Мәҙәниәт” Милли проектын бойомға ашырыу йәһәтенән бында мәктәп уҡыусылары өсөн «Библиопродленка», йәғни, уҡыу оҙайтыу бүлмәһе, эшләй башланы.
Теләгән бер уҡыусы мәктәптән һуң бында килеп өйгә эш эшләй, китап уҡый ала. Мәктәп уҡыусылары өсөн китапхана дүшәмбенән йомаға тиклем асыҡ. Белем үҫтерәм тигәндәр иғтибарына төрлө энциклопедия, белешмәләр, шулай уҡ китапхананың электрон ресурстары тәҡдим ителә.
Балалар дәрес әҙерләп кенә ҡалмай, ә яңы китаптар менән таныша, үҙҙәренең ижади һәм интеллектуаль һәләттәрен аса һәм үҫтерә ала.
Уҡыу залында кесе һәм урта мәктәп йәшендәгеләр буш ваҡытын файҙалы үткәрә. Балалар мауығып комикстар уҡый.
Библиопродленка «Китап менән КЛАСС юлына» өндәй. Дәрестәрҙән һуң перезагрузка яһап ял сәғәттәрен мауыҡтырғыс үткәрергә, уйын, аралашыуҙар аша кәйеф күтәрергә саҡыра.
“Библиопродленка балаларға ялды фәһемле үткәрергә генә булышлыҡ итеп ҡалмай, ә әҙәбиәткә һәм китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уята һәм уҡыу ваҡытында талап ителгән баҫмаларҙы тәҡдим итә, “ — тип ата-әсә лә китапхана башланғысын хуплай.