Мәғлүм булыуынса, Башкортостанда Донбасс халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу акцияһы бара. Сараға республиканың һуҡырҙар өсөн Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге махсус китапханаһы ла ҡушылды.
Китапхана вәкилдәре күреү һәләтенән мәхрүмдәр өсөн махсус рельеф-нөктә – Брайль — шрифты ярҙамында баҫылған 5 китап бүләк итте. Улар араһында балалар өсөн әкиәттәр, рельеф-графика ысулы менән биҙәлгән “Башҡортостан Геройҙары: 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата” ҡулланмаһы, тарих һәм илһөйәрлек тематикаһы буйынса башҡа төрлө баҫмалар бар.
Донецкиҙа ҡул ҡуйылған коммюнике сиктәрендә Башҡортостан менән Донецк халыҡ республикаһы араһында хеҙмәттәшлек дауам итә, шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә.
Әлеге ваҡытта һуҡырҙар өсөн махсус китапхана Донецк ҡалаһының “Һуҡыр һәм насар күргән ололар һәм балалар өсөн өҫтәмә белем биреү республика үҙәге” дәүләт учреждениеһына Башҡортостанда яҙҙырылған “һөйләүсе” китаптарҙы онлайн-файҙаланыу мөмкинлеген биреүҙе хәстәрләй.