Соҡорҙарҙы ямау башланды

Соҡорҙарҙы ямау башланды

Республикала ҡар менән бергә ирегән асфальтта барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы ямау башланды. Бер аҙнала ғына “Инцидент-менеджмент” системаһына 755 мөрәжәғәт килгән. Бынан тыш, белгестәр тарафынан 7 мең километр юл тикшерелеп 20 мең соҡор-ярыҡ асыҡланған. Яртыһы ямалған. Юл хужалығы өсөн яуаплы чиновниктар яҙҙың быйыл һуң килеүе арҡаһында эҫе асфальт ҡулланыу мөмкинлеге юҡ тип аңлата, соҡорҙар әлегә һыуыҡ ҡатнашма менән һылана. Көндәр йылынғас та еренә еткереп юл ямауға тотонасаҡтар. Материал бының өсөн етерлек, санкциялар йоғонто яһамаған. Республика башлығы Радий Хәбиров үткән йылдарҙа тәртипкә һалынған системаны һәм алымдарҙы файҙаланып эште ойошҡанлы башҡарыу бурысын ҡуя.