Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы, ямғыр яуыуы ташҡын хәүефен бермә-бер көсәйтте. Хатта бәләкәй йылғалар ҙа ярҙарынан сыҡты. Архангел районының Уҫаҡлы ауылында Баҫыу йылғаһында боҙ тығыны барлыҡҡа килеп, урамды, бер-нисә ихата һыу аҫтында ҡалды. Ҡар менән боҙҙоң ҡапыл иреүе сәбәпле Баҫыу йылғаһы кимәле ҡапыл күтәрелгән. Һөҙөмтәлә ике ихатаны һыу баҫҡан. Гөлфирә Хажипова был ауылда 1986-сы йылдан бирле көн итә, бындай хәл менән беренсегә осрашам, ти ханым. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ваҡиға урынына ҡотҡарыусыларҙың оператив төркөмө сыға, шулай уҡ Баҡалды ауылы биләмәһенән ике экскаватор йәлеп ителә. Бында икенсе көн рәттән махсус техника эшләй. Һыу ихаталарҙы баҫһа ла, йорт эсенә инеп өлгөрмәгән.Ташҡын быйыл көткәндән алданыраҡ башланды. Быға һауа торошо ла булышлыҡ итә – ямғыр яуа, көндәр ҙә ҡапыл йылытты. Шуға ла көтөлмәгән хәлдәргә әҙер торорға кәрәк, ти ауыл хакимиәте башлығы.Ауыл халҡын ихаталар буйлап йөрөп иҫкәртеп сыҡҡандар. Көтөлмәгән хәл килеп сыҡҡан осраҡта, кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙер.Уҫаҡлы ауылында йәшәүселәрҙең ғүмеренә һәм мөлкәтенә ҡурҡыныс янамай.
Яҙғы ташҡын
Яҙғы ташҡын