Өфө ҡала хакимиәтенең сираттағы ултырышында канализациялар торошона етди иғтибар бирергә ҡушылды. Быйыл ҡар күп яуҙы, ирегән һыуҙарҙың күпләп йыйылған урындары ла барыһына ла билдәле. Уларҙы күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай, тине Ратмир Мәүлиев. Хакимиәт башлығы район етәкселәрен проблеманы алдан күреп хәл итергә саҡырҙы. Өс аҙна элек ямғыр һыуҙарын ағыҙыу торбаларын тәртипкә килтереүгә иғтибарҙы арттырырға ҡушҡайны Радмир Мәүлиев. Был йүнәлештә башҡарылған эштәр бихисап. Улар менән «Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ» ойошмаһы етәксеһе Илһам Абдуллин таныштырҙы. Әммә һыу күпләп йыйылған урындар ҡалала һаман етерлек. Ратмир Мәүлиев район етәкселәрен проблеманы алдан күреп хәл итергә саҡырҙы.Быға тиклем хакимиәт башлығы ҡала хеҙмәттәренә тротуарҙарҙың таҙалығын иғтибарға алырға бойорғайны. Ошо аҙна эсендә генә тайғаҡ юлдар арҡаһында травмотология пунктарына эләгеүселәр һанының артыуы күҙәтелә. Минең өсөн һандар төп күрһәткес, тип белдерҙе Ратмир Мәүлиев һәм коммуналь хеҙмәттәр эшен икелегә баһаланы.Яҡын арала Пугачев урамын төҙөкләндереү башлана. Төшөлөш “Өфөнөң көньяҡ ҡапҡалары” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ремонт эштәре ике этапҡа бүленә. Башта Сочи һәм Бельская урамдарын тоташтырыусы юл төҙөкләндереләсәк, һуңынан Бельская урамынан транспорт киҫелешенә тиклемге юлды ремонлау. Төҙөлөш эштәренең икенсе этабында Пугачев урамының бер өлөшөн тотош ҡапларға тура киләсәк, тип хәбәр ителде ултырышта. Яҙғы ташҡынға әҙерлек миҙгелгә бәйле иң көнүҙәк мәсьәлә. Был юлы Дим районы биләмәһендә яҙғы ғәрәсәткә әҙерлек эштәре барланды. Район хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов төп көстәр хәүеф янаған бидәмәләргә йүнәлтелгәнен әйтте. Ултырышта шулай уҡ ташҡын ваҡытында хәүеф янаған урындарҙан халыҡты эвакуациялау мәсьәләһе тикшерелде.
Һуңғы киҫәтеү
Һуңғы киҫәтеү