Башҡортостан халҡы Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы. 4 йөк машинаһында 83 тонна әйбер тупланған. Был юлы төҙөлөш материалдары ла йыйылған. Рәфил Ғәлиханов Донбасҡа икенсе тапҡыр бара. Беренсе сәфәргә сыҡҡанда ҡурҡыныс булғанын йәшермәй водитель. Әммә гуманитар ярҙамды Донецк халҡы түҙемһеҙләнеп көткәнен яҡшы аңлай ул. Донбаста йәшәгән кешеләргә бик ауыр икәнен Башҡортостан халҡы аңлап ҡабул итә. Быны ошо арала йыйылған кәрәкле әйберҙәр раҫлай. Бер-нисә көн эсендә республика кешеләре һәм предприятиелар 83 тонна гуманитар ярҙам туплаған.Гуманитар ярҙам йыйыуҙа битараф булмаған ябай халыҡ ҡатнаша, көндән-көн предприятие-ойошмалар ҙа ҡушыла. Улар туплаған оҙаҡ һаҡланырҙай аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары, яңы кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре, уйынсыҡтар оҙатылды. Ылау составында Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары вәкилдәре һәм журналистар ҙа бар.Быға хәтлем Башҡортостан халҡы Донбасҡа 170 тонна гуманитар ярҙам ебәрҙе. Был юлы Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, кәрәкле әйберҙәр тупланды. Ике йөк машинаһы төҙөлөш материалдары менән юлланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шартлауҙарҙан емерелгән өйҙәр һәм учреждениелар биналарын ремонтлауҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты. Был ылау һуңғыһы түгел. Башҡортостанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Ошо арала Донбасҡа машиналарҙың дүртенсе колоннаһы оҙатылыр тип көтөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, тиҙҙән Башҡортостан һәм Луганск араһында хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйыу ҡарала.
Өфөнән Донбасҡа өсөнсө ылау оҙатылды
Өфөнән Донбасҡа өсөнсө ылау оҙатылды