Һалым декларацияһын тапшырырға ваҡыт. Федераль һалым хеҙмәте белгестәре уны тултырырға үҙҙәре ярҙамлаша. Был хаҡта бөгөн, 7 апрелдә, Өфө ваҡыты менән 13 сәғәт 20 минутта «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Иҡтисади Башҡортостан» тапшырыуында һөйләшәбеҙ.
Студия ҡунағы — Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 30-сы һанлы инспекция етәксеһе Гөлсөм Мортазина декларация кампанияһы үҙенсәлектәре менән таныштыра һәм уны һалым органдарына бармайынса тултырыу серҙәрен аса.