Салауат районында 10 кеше, шул иҫәптән 4 бала торлаҡһыҙ ҡалған

Тулыраҡ: Салауат районында 10 кеше, шул иҫәптән 4 бала торлаҡһыҙ ҡалған

Кисә киске 7-ләр тирәһендә сыҡҡан ут бер юлы 3 йортто көлгә әйләндерә. Фажиғә Мөрсәлим ауылында була. Бәхеткә зыян күреүселәр юҡ, янғын әлеге ваҡытҡа тулыһынса һүндерелгән. Ут сығыу сәбәптәрен асыҡлау дауам итә. Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Альберт Садыҡов һүҙҙәренә ҡарағанда, әле торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләләргә ярҙам йыйыу ойошторолған, уларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә. Республика Йәмәғәт палатаһы Салауат районы Мөрсәлим ауылында сыҡҡан янғында зыян күреүсе ғаиләләргә ярҙам йыйыу ойошторҙо. Ойошма республика халҡына кеше бәләһенә битараф булмаҫҡа, хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәтергә саҡыра. Фажиғәгә тарыусыларға ярҙам итергә теләүселәр 8-917-443-89-89 телефонына шылтырата ала.