Бөгөн, 7 апрелдә, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуында — ҡунаҡлы кис. Студияла легендар «Ант» төркөмө солистары — Башҡортостандың халыҡ артистары Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов осрашыу көтөлә.
Әңгәмәне Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минуттан тыңлағыҙ. Тапшырыу 89,5 Fm йышлығында, «Башҡортостан 24» телеканалында һәм рәсми сайтта эфирға сыға.
Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33
Яҙма хәбәрҙәр өсөн («Whatsapp»): 8-919-617-96-41