Өфөлә ҙур йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә башланы

Көндәрҙең йылыныуына һәм ҡарҙың тиҙ ирей башлауына бәйле, Өфөлә ҙур йылғаларҙа һыу кимәленең тиҙ күтәрелеүе күҙәтелә.

Мәҫәлән, бер тәүлектә Ағиҙел – 36 сантиметрға, Дим 25 сантиметрға күтәрелгән. Аҙна һуңында республикала 18 градусҡаса йылы буласағын иҫәпкә алғанда, киләһе тәүлектәрҙә үк ҙур йылғаларҙың боҙҙан әрселеүе һәм яҙғы ташҡын башланыуы ихтимал.

«Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы» Гидрометүҙәге етәксеһе Анна Козаева хәбәр итеүенсә, март аҙағына Өфө һәм Ағиҙел йылғалары бассейндарында ҡарҙағы һыу запасы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр тирәһендә, Дим йылғаһында иһә норманан 50 процентҡа күберәк.

Һыуҙың максималь кимәле түбәндәгесә булыуы көтөлә: Ағиҙел йылғаһы – 560-660 сантиметр (уртаса кимәлдә 730 сантиметр), Өфө йылғаһы – 610-710 сантиметр (уртаса кимәлдә 770 сантиметр), Дим йылғаһы – 600-700 сантиметр (уртаса кимәлдә 627 сантиметр).

8-14 апрелдә йылғаларҙа боҙ китә башлауы ихтимал.