Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә янғын хәүефенең 4-се класы иғлан ителде

Тулыраҡ: Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә янғын хәүефенең 4-се класы иғлан ителде

Бигерәк тә Белорет, Учалы, Күгәрсен, Стәрлебаш, Кушнаренко райондарында ут сығыу ҡурҡынысы һаҡлана. Урмандарҙы һаҡлау һәм тәбиғәткә зыян килтермәү маҡсатында белгестәр самолеттар менән күҙәтеү ойоштора. Дамир Шәймөхәмәтов республикала урман янғындарын асыҡлаусы берҙән-бер осоусы. Рәсәйҙә барлығы уның кеүек 130 кеше генә бар. Күҙәтеүселәр самолеттан урман янғындарын ғына асыҡламай, ә бөжәктәрҙән зыян күргән ағастарҙың майҙанын билдәләй, законһыҙ урман ҡырҡыусылар менән дә көрәшә. Беҙ Архангель, Әбйәлил, Учалы, Белорет, Бөрйән, Ғафури һәм өлөшләтә Ҡырмыҫҡалы райондары өҫтөнән остоҡ. Бөрйәндә урман хужалығы белгестәре янғындар менән көрәшкә әҙер. Белгестәр аҙна һайын таулы-урманлы райондарға оса, улар көнөнә 700 километрға яҡын араны осоп үтә. Янғын асыҡланһа, шунда уҡ ергә хәбәр ителә. Беҙ Бөрйән районы өҫтөнән, 1 мең 500 метр бейеклектә осабыҙ. Самолеттың тиҙлеге сәғәтенә 180 километр. Әлегә урман янғындары асыҡланманы. Быйыл күҙәтеүселәр өс тапҡыр ғына осош яһаған. Ошо арауыҡ эсендә 7 янғын асыҡланған һәм һүндерелгән.