Башҡортостанда 2 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора — Радий Хәбиров

Быйыл Башҡортостанда 2 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Ниһайәт, көндәр йылы, ҡояшлы тора, аграрийҙарҙың да ҡыҙыу осоро башлана. Республиканың көньяҡ райондарындағы баҫыуҙарҙа ҡар тиҙерәк ирей, унда дым ҡаплатыу һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу башҡарыла. Белгестәр әйтеүенсә, ҡыштың ҡарлы булыуына ҡарамаҫтан, тупраҡта дым аҙ һәм уны һаҡлап ҡалыр өсөн күп көс һалырға кәрәк. Йылайыр районында 200 гектар һөрөнтө ерҙә эштәр тамам, ә Мәләүездә 170 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр тырматылған, ашлама индерелгән. Әбйәлил һәм Көйөргәҙе райондары баҫыуҙарында эш башланыҡ», — тип хәбәр итте республика етәксеһе.

Радий Хәбиров бөтә ауыл хужалығы миҙгелендә һауа торошо яҡшы булыр һәм көҙгөһөн республика мул уңыш алыр тигән ышаныс белдерҙе.