Башҡортостанда апрель уртаһына тиклем йылы була

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо 20 апрелгә тиклем һаҡлана. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, 11 апрелдән 20-нә тиклем республикала уртаса һауа температураһының норманан 4 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Бөгөн, 12 апрелдә, термометр бағанаһы 17 градусҡа тиклем күтәрелә. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ республиканың көньяҡ-көнсығышында бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын.

Шаршамбы, 13 апрелдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.

14 апрелдә көндөҙ һауа +19 градусҡаса йылына, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.