Ҡала урамдарын был аҙнала уҡ таҙартырға, диспансеризацияны әүҙемләштерергә, йәнә лә юлдағы соҡорҙарҙы ямарға. Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров көнүҙәк мәсьәләләр буйынса ашығыс бурыстар билдәләне. Баймаҡта социаль объект төҙөлөшө өсөн яуаплы чиновниктар ҡаты шелтә алды. Юлдар, ғәҙәттәгесә мөрәжәғәттәр исемлегендә беренсе урында. Ентекләп ҡарағанда ремонт, соҡорҙар һәм юлдарҙы таҙартыуға бәйле ялыуҙар иң күбе булған инцедент менджмент күҙәтеүенән. Бының өсөн яуаплы министр йыл башынан 29 мең тирәһе соҡор табып махсус базаға индерелеүе, шуның 14 мең ярымы һыуыҡ асфальт ҡатнашмаһы менән ямап ҡуйылыуы хаҡында отчет яһаны. Ә соҡорҙо оҙаҡҡа етерлек итеп ямап ҡуйырҙай эҫе ҡатнашманы был аҙнала ғына ҡуллана башлағандар. Радий Хәбиров көнүҙәк мәсьәлә буйынса үҙенең контроль идаралығына ла тикшереү уҙғарырға ҡушты.Иң хәүефле мәсьәләләр исемлегендә шулай ҙа яҙғы ташҡын ҡала. Үткән аҙнала бәләкәй тау йылғалары һәм Инйәр ярҙарынан сығып ҡотҡарыусыларға тәүге һынау ойошторҙо ла инде. Һыу ташыуҙың иң юғары кимәле әле алда ти белгестәр – ул апрелдең 20-ләренән һуң башланыр тип фаразлаған. Ҡотҡарыусыларға боҙ тығылған урындарҙы асыҡларға ял көндәрендә яңы ҡулланыуға тапшырылған янғын һүндереү вертолеты ла ярҙам иткән.Йылғалар боҙҙан әрселгән арала ҡар ҙа тиҙ иреп бөттө. Аҡ япма аҫтында ҡыш буйына йыйылған сүп-сар һәм бысраҡты ел урамдар буйлап елдертә. Радий Хәбиров таҙартыу эштәрен был аҙнала уҡ әүҙемләштереү бурысын ҡуйҙы.Көтмәйенсә был аҙнала уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн яуаплы Алан Марзаевҡа Баймаҡҡа юл тоторға тура киләсәк. Радий Хәбиров йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекты буйынса районда эштәрҙең бик һңлпән барыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Баймаҡ еңһен өсөн күп көс һалдыҡ, ә эштең яртыһы ла башҡарылмаған тине Радий Хәбиров. Киләһе аҙнала ул шәхсән барып күрергә вәғәҙәләне.Әүҙемләштерер бурыстар исемлегендә диспансеризация. Йыл башынан планда билдәләнгәндең 10 проценты ғына үтәлгән. Коронавирус менән ауырып һауыҡҡандарҙы тәрән тикшереү бурысы ил Президенты тарафынан ҡуйылған бурыстар исемлегендә. Йыл аҙағынаса 1 миллиондан ашыу кешенең сәләмәтлеген тикшереү маҡсатын үтәргә “Сәләмәтлек поездары ла ярҙам итергә тейеш. Улар әйткәндәй киләһе аҙнанан райондарға сыға.Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙғарылған Оператив кәңәшмәлә Сәнәғәтте үҫтереү фонды эшмәкәрлеге буйынса доклад булды. 2017 йылдан эшләп килгән ойошма былтыр тармаҡты үҫтереү өсөн ил төбәктәре араһында республикаға иң күп аҡса йәлеп итеүгә өлгәшкән. Фонд ярҙамын алған 17 проект төбәктә өҫтәмә 1 мең 200 эш урынын булдыра тигәнде аңлата. Һирәк булһа ла юғары кимәлдәге кәңәшмәләрҙә башҡорт телендәге сығыштарҙы ишетергә насип. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров 112 ҡотҡарыу системаһы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Эстәлегенә килгәндә, уның менән бөгөн башҡа төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһынғаны билдәле булды. Сөнки берҙәм номер аша бөтә хеҙәттәрҙе саҡыртып ярҙам алырға мөмкин.Ашығыс ярҙам саҡыртыу буйынса Иглиндәр рекорд ҡуйған. Уның сәбәптәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа ҡушты төбәк етәксеһе.Был аҙна сараларға бай булмаҡсы. Бөгөн Өфөлә экология форумы старт ала. Экологик тәрбиәнән алып, ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкрәтеү һәм йәшел энергетикаға тиклемге мәсьәләрҙе бергәләп өйрәнеү өсөн баш ҡалаға ил төбәктәре һәм Ҡытай эксперттары килгән. Аҙна аҙағында баҡсасылыҡ проблемаларын уртаға һалып һөйләшеү маҡсатында “Смарт баҡсасы” форумы үтә. Бында баҡсасылыҡ ширҡәттәренең оҙаҡ йылдар йыйылып килгән электр уты, һыу, юл мәсьәләлрен хәл итеү юлдары барлана.
Баймаҡтарға шелтә
Баймаҡтарға шелтә