Ҡотҡарыусыларға ярҙамға

Ҡотҡарыусыларға ярҙамға

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Ка-32а11 ВС вертолеты тәүге осошон яһаны. Ошо хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ҡотҡарыусыларға күп функциялы вертолет үткән йома Күмертау авиация етештереү предприятиеһында тантаналы тапшырылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә оператив яуап биреү – ҡотҡарыусыларҙың тәү бурысы. Ошо бурысты атҡарғанда тиҙ ярҙам саралары мөһим. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының осоштар майҙанында урын алған был вертолет күрһәтмә осошҡа әҙерләнә.Вертолет осоштарҙы 31 марттан башлай. Ул ташҡын хәлен күҙәтеүҙә, боҙ тығындарын асыҡлау маҡсатында, һәм урман янғындары осрағында эҙәрмән-ҡотҡарыу эштәрендә ҡулланыласаҡ. Пилоттар әле Мәскәү һәм Хабаровскиҙа әҙерлек үтә.Башҡортостан ҡотҡарыусыларының 2010 йылға тиклем вертолет ҡулланған тәжрибәһе бар. Быныһы көтөлгән бүләк, өр-яңы осош аппараты. Ка-32А11ВС вертолеты элеккеләренән яңы мөмкинлектәре менән айырыла. Республика ихтыяждарына хеҙмәт итер вертолетты ведомство Радий Хәбировтың йөкләмәһе буйынса һатып алды. “Бөгөн беҙ уникаль процеста ҡатнашабыҙ, янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу техникаһы нығына һәм төбәктең авиация сәнәғәте тергеҙелә”, — вертолетты тапшырыу тантанаһында Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров шулай тип белдерҙе.Үҙенең бар мөмкинлектәрен вертолет күрһәтмә осош барышында танытты. Республика етәксеһенең ҡотҡарыусы һәм янғын һүндереүсе вертолет һатып алыу тураһындағы ҡарары көнүҙәк. Былтырғы урман янғындарына бәйле генә түгел, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы коллективы өсөн дә. Ике йыл элек бында заказдар кәмеһә, бөгөн төбәк ҡотҡарыусылары ҡулланышҡа алған яңы вертолет КумАППтың һәм Башҡортосандың реклама карточкаһы дәрәжәһенә өлгәшә. Етештереү ҡеүәте бер ярым тапҡырға артҡан. Предприятие етәксеһе Николай Фролов осоусы аппарат Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен дә ҡыҙыҡһындырыр, тигән өмөттә. Яңы вертолет иң яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, күсәр әйләнештәре үҙенсәлеге уға болотло көндә лә осорға, елгә бирешмәҫкә, таулы урындарҙан үтергә, урман өҫтөндә, төпкөл ерҙәргә етергә булышлыҡ итә. Ҡышҡы шарттарҙа ла эшләргә иҫәпләнгән донъяла берҙән-бер янғын һүндереү системаһын Ка 32-се вертолеттарҙың башҡа өлгөләренә лә беркетергә мөмкин. Ростех „Вертолёты России“ холдингы һәм Күмертау авиация етештереүселәре алдында етди бурыстар ҡуя. Ил етәкселеге биргән һәр йөкләмәне үтәргә коллектив әҙер. Башҡортостан Премьер-министры белдереүенсә, республика һәр проектты яуаплылыҡ менән ҡабул итә. Андрей Назаров “Бөгөнгө вертолет – һуңғыһы түгел, яңы заказдар әле буласаҡ, бәлки, быйыл уҡ”, тип ышандырҙы.