Былтыр 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының матди базаһы заманса эндоскопик ҡоролма менән тулыланғайны. Йыл дауамында клиника хирургтары уның ярҙамында 200-ҙән ашыу операция башҡарҙы. Сирле операция өҫтәлендә, ҡоролмалар тоташтырылды, табиптар әҙер. 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында операция бүлеге тәүлек әйләнәһенә бушамай. Хирургтар үткән йылда 200-ләп операция эшләһә, быйыл 3 ай эсендә генә был күрһәткес 80-гә еткән. Эндоскопик ҡоролмаларҙы яңыртыу ошондай һөҙөмтә бирә, тип уртаҡлаша табиптар. Дауахана коллективының эндоскопик операциялар башҡарыу тәжрибәһе 15 йылдан ашыу. Александр Георгиевич клиниканың уроандрология бүлегендә иң оҫта табиптар рәтендә. 1996 йылдан алып ул 5 меңдән ашыу операция эшләгән. Бүлек мөдире Айрат Рәшит улы ла төбәктең алдынғы табиптары рәтендә. Операция өҫтәлендә ятҡан 15 йәшлек малайҙың һаулығы улар ҡулында. Диагноз – бөйөр шеше.Урологтар һуңғы йылдарҙа бөйөрөнә шеш үҫкән балалар һаны артыуын билдәләй. Был амбулатор тикшереү кимәленең яҡшырыуы, уролог-табиптарҙың оҫтарыуы, сабыйҙарҙың эске органдарын тыуғас та уҡ УЗИ аша тикшереү арҡаһында шулай. Сир ваҡытында асыҡлана, табиптар оҫталығы йылдан-йыл арта, ә ата-әсәләрҙең ул һәм ҡыҙҙарының һауығып сығыуына өмөтө нығына.
Үҙенсәлекле операция
Үҙенсәлекле операция