Ым-ишара телендә йыр

Ым-ишара телендә йыр

Башҡаланың насар ишетеүселәр өсөн мәҙәниәт йорто йәнә үҙ ишектәрен асты. Өфө дәүләт “Нур” татар театрында был юлы һаңғырауҙар өсөн ”Шанель әбей” тип исемләнгән ым-ишара телендә спектакль үтте. Бындай форматтағы тамаша республикала беренсегә ойошторола. Сара Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулаған “Һаңғырауҙар өсөн театр” проекты сиктәрендә бойомға ашты. Сағыу костюмдар, алсаҡ дәртле актерҙар, ихлас тамашасылар. Шулай ҙа был күҙ өйрәнгән ғәҙәти тамаша түгел. Спектакль һаңғырауҙар өсөн.Актерҙар ҙа, тамашасылар ҙа тынлыҡта йәшәгән кешеләр. Сәхнәләге бөтә хәрәкәт ым-ишара телендә бара. Ишеткәндәр өсөн диктор тәржемә яһай. Үҙенсәлекле форматтағы спектакль республикала беренсегә ҡуйыла. Ул Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулаған “Һаңғырауҙар өсөн театр” проекты сиктәрендә сәхнәләштерелде. Репертуарға рус яҙыусыһы Николай Коляданың “Шанель әбей” пьесаһын һайлау осраҡлы түгел. Әҫәрҙәге бөтә геройҙар ҙа ишетеү һәм һөйләшеү мөмкинлеге сикләнгән оло быуын кешеләре. Төп ролдәрҙә 5 ҡатын. Һәр береһең үҙ холҡо, үҙ яҙмышы. Һаңғырауҙар театр сәнғәтенә мөкиббән киткән кешеләр. Ым-ишара ярҙамында ҡуйылған спектаклдәрҙе йылы ҡабул итә улар. Ә тамашала актер булараҡ сығыш яһау – мөмкинлеге сикләнгән кешегә үҙе бер бәхет. Һаңғырауҙар ойошмаһының киләсәккә пландары ҙа ҙур. Яҡын арала “Шанель әбей” спектаклен Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай һәм Салауат ҡалалары халҡына күрһәтеү ҡарала. Ә көҙгә һәүәҫкәр актерҙарҙы Мәскәүҙә үтәсәк “Ым-ишара биләмәһе” фестивалендә көтәләр.