Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы Йәштәрҙең “Туған ил ҡайҙан башлана” патриотик йыр телевизион марафон-фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлауы тураһынла иғлан итте.Вокалсылар, хор, халыҡ коллективтары, ғаилә һәм профессиональ ансаблдәр үҙҙәренең эштәрен редакцияға йәки телекомпанияның төбәк филиалдары сайтына ебәрә ала. Иң яҡшы башҡарыусылар Смтрим нөктә ру платформаһында, Рәсәй 1, Рәсәй 24, Башҡортостан 24 телеканалдарында һәм беҙҙең холдинг радиоканалдарында 12 сәғәтлек телемарафонда ҡатнашасаҡ. Әгәр һеҙ йәш, талантлы, туған ерегеҙҙеҙ һәм илебеҙҙең йыр традицияларын яратаһығыҙ икән конкурста ҡатнашығыҙ. Бергәләп йырлайыҡ, дуҫтар!
Туған ил ҡайҙан башлана
Туған ил ҡайҙан башлана