Өфө мэры Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, 23 апрелдә башҡалала «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы башлана.
«Беҙҙә 18-гә яҡын тематик аллея булдырыла. 800 ағас һәм 500 ҡыуаҡ — бөтәһе өс меңдән ашыу ағас ултыртыу күҙаллана», — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев.
Бынан тыш, Өфө Мәғлүмәт технологиялары үҙәге акцияға арналған махсус сайт булдырҙы. Унда ағас ултыртыу картаһы, ағас төрҙәре тураһында мәғлүмәт, үҫтереү ҡағиҙәләре, мобиль ҡушымта бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аллея ултыртҡанда бейек ағастарға айырыуса ҙур иғтибар бүлергә ҡушты.