Урал Аръяғында яңы ковид-госпиталь 25 мартта асылғайны. Уны төҙөр, медицина ҡорамалдары һәм башҡа йыһаздарҙы һатып алыр өсөн республика бюджетынан 1 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленде.
“Пациенттарҙы тиҙерәк һауыҡтырыр өсөн беҙ уңайлы шарттар булдырҙыҡ, ә Сибай табиптарының тәжрибәле коллективы уларға тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк. Һуңынан, шундай мөмкинлек тыуғас, беҙ госпиталдең йүнәлешен Урал Аръяғы халҡын дауалау буйынса заманса үҙәккә үҙгәртәбеҙ”, — тип яҙа Радий Хәбиров.
Үҙәктә тәүлек әйләнәһенә асыҡ 40 бокс, 10 реанимация боксы бар. Тағы ла өҫтәмә 200 койка урынлаштырып, ғәҙәттән тыш хәл осрағында 230 пациентты ҡабул итеп 100 процентта кислородҡа тоташтырыу мөмкинлеге ҡаралған.
Әле яңы медицина учреждениеһының штатында табип-белгестәр, шәфҡәт туташтары, санитарҙар, рентген-лаборанттар, лаборатория техниктары, техник хеҙмәткәрҙәр – барыһы 70 кеше эшләй.
Инфекцион үҙәктә яһалма һулыш биреүсе 27 аппарат ҡуйылған. Капнографиялы 10 монитор, палаталарға күсмә 2 рентген аппараты, 12 каналлы 6 заманса ЭКГ аппараты, УЗИ аппараттары – береһе ҡан тамырҙарын тикшерер өсөн күсмә, икенсеһе — стационар, компьютер томографы, эндоскопия системалары һәм медицина ярҙамы күрһәтергә һәм пациенттарға уңайлы шарттар тәьмин итергә булышлыҡ иткән башҡа ҡорамалдар бар.
Медицина үҙәгендә диагностика һәм дезинфекция бүлектәре, экспресс-лаборатория, дарыухана, ультратауыш, функциональ диагностика, эндоскопия кабинеттары, диспетчер хеҙмәте, хакимиәт-хужалыҡ бүлеге эшләй.
Үҙәк составына медицина газдары менән тәьмин итеү системаһы, кислород етештереү станцияһы, ағын һыуҙарҙы таҙартыусы локаль дезинфекция станцияһы, автотранспортты дезинфекциялау станцияһы һәм вертолет майҙансығы ингән.
Коронавирус пандемияһы тамамланғас инфекцион үҙәктә медицина ярҙамы “йоғошло сирҙәр”, “терапия”, “эске ағзалар сирҙәре”, “лаборатория диагностикаһы” йүнәлештәре буйынса күрһәтеләсәк.
Сибайҙағы ковид-госпиталдә Сибай медицина колледжы уҡыусыларына ғәмәли тәжрибә алыу буйынса ике уҡыу класын ойошторорға ҡарар ителде.