Өфө ветерандарына бүләк әҙерләнә

Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан Өфөлә йәшәгән ветерандарға бүләккә еңеүҙең 77 йыллығы символикаһы төшөрөлгән быйма, жилет һәм мамыҡ шәлдәр – барыһы 98 комплект - әҙерләнә.

Башҡала мэрияһы әле бүләк тупланмаларын етештереүсене эҙләй. Заказ дәүләт һатып алыуҙар порталында баҫылған. Контракттың башланғыс хаҡы 823 мең һум, аҡса ҡала бюджетынан бүленә. Аукцион 18 апрелдә үткәрелә. Контрактҡа ҡул ҡуйылғас әҙер тауар 4 майға тапшырылырға тейеш.

Өфөлә шулай уҡ 9 майҙа үтәсәк Еңеү парадына әҙерлек башланды.