Башҡортостанда +22 градусҡаса йылы көтөлә

Башҡортостанда 22 градусҡаса йылыта, йәшенләп ямғыр яуыуы ихтимал, тип хәбәр итә һауа торошон күҙәтеүсе белгестәр.

Яҡын көндәрҙә Башҡортостанда апрель уртаһы өсөн аномаль йылы көтөлә. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 13 апрелдә, республикала һауа температураһы +16 градусҡаса йылына, ә иртәгә, 14 апрелдә, +22 градус була. Төндә лә +2, +7 градус йылы көтөлә. Төндә — урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән.