Өфө «Яҡташлыҡ көсө» форумына саҡыра

Апрелдә Өфөлә «Яҡташлыҡ көсө» форумы ойошторола. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡул ҡуйған тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Форумдың маҡсаты — төбәк-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, республиканың муниципаль берәмектәрен үҫтереү өсөн яҡташтарыбыҙҙың башланғыстарын берләштереүгә булышлыҡ итеү.