Өфөлә Экология форумы менән “Экология һәм технологиялар” тип аталған күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров объектты сафҡа индереүгә старт бирҙе. Сарала экология мәсьәләләрен хәл итеү юлдары өйрәнелә, был өлкәлә тәжрибә менән уртаҡлашалар. Благовещен ҡалаһында урынлашҡан ҡояш электр станцияһының ҡеүәте 4,9 мегаВат. Йәғни, Башҡортостанда эшләгән бөтә ҡояш электрстанциялары көсөнөң 7 проценттан ашыуын алып тора. Инвестиция күләме 280 миллион һумға баһалана. Яңы проект Полиэф предприятиеһында продукция етештереүҙә углерод ҡалдыҡтарын кәметергә ярҙам итер, тип көтөлә. Был объект республикала һуңғыһы түгел әле. Республика етәкселеге элекке “Өфөхимпром” предприятиеһының биләмәһен таҙартыу мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны. Уҙған йылда боҙ урынынан ҡуҙғалды һәм был эш менән Федераль экологик оператор шөғөлләнәсәк. Башҡортостан һәм ведомство араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Башҡортостанда экология мәсьәләһе йылдам хәл ителә. Ике йыл элек ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләү өсөн инфраструктура булдырыла башланы. Хәҙер уларҙы айырыу, бүлеү һәм эшкәртеү мәсьәләһе хәл ителә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коммуналь техниканың яңы өлгөләре менән танышты. Шулай уҡ махсус күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа ошо фандоматты тәҡдим иттеләр. Ул халыҡтан пластик һәм алюмин шешәләр ҡабул итә. Һуңынан телефон һандары индерелә һәм бонустар бирелә. Балдарҙы магазиндарҙа тауар һатып алыу өсөн файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Радий Хәбиров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән шөғөлләнгән төбәк операторҙары менән осрашты. Башҡортостан башлығы предприятие етәкселәре менән борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты, сүп-сар йыйыу һәм сығарыу проблемаһына туҡталды. Республика етәксеһен ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын үҙ-аллы эшкәртеү комплексы проекты ҡыҙыҡһындырҙы. Компания вәкилдәрен Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән инвестиция сәғәтенә саҡырҙы. Проектты экотехнопарктарҙың береһендө тормошҡа ашырырға уйлайҙар. Өфөнөң 46-сы лицейынан Әдилә Фәттәхова һәм Елена Кахитова ҡурай-паркы проектын тәҡдим итте. Ул ғаилә ялы өсөн ете экологик биләмәгә бүленгән. Башҡортостан башлығы уҡыусыларҙың эшен юғары баһаланы һәм проекттың тормошҡа ашыу мөмкинлеге бар, тип билдәләне. Махсус күргәҙмәлә илдең алты төбәгенән һәм Ҡытайҙан 40-тан ашыу предприятие ҡатнаша. Экологик мәсьәлә барыһы өсөн дә көнүҙәк булып ҡала. Шуныһы ла ҡыуаныслы – Өфөлә экология тармағында эшләүсе власть вәкилдәренә, ғалимдарға, белгестәргә һәм эшҡыуарҙарға бергә йыйылырға мөмкинлек бар, тип билдәләй Радий Хәбиров. Экология форумы менән “Экология һәм технологиялар” тип аталған күргәҙмә 14-се апрелгә тиклем дауам итә.
Башҡортостанда етенсе ҡояш электрстанцияһы эшләй башланы
Башҡортостанда етенсе ҡояш электрстанцияһы эшләй башланы