Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ

Башҡортостанда сит ил социаль селтәрҙәрен алмаштырырлыҡ ҡушымта уйлап сығарғандар. Башҡорт дәүләт университеты тәҡдим иткән инновацион проект ил кимәлендә IT-технологиялар өлкәһендә уҙғарылған конкурс сиктәрендә дәүләт яғынан аҡсалата ярҙамға дәғүә итә. Дуҫтар табыу, аралашыу, үҙ сәхифәңде алып барыу – яңы социаль селтәр ошондай мөмкинлектәр бирә. Башҡорт дәүләт университеты студенттарының пилот проекты SWIPER тип атала. Идеянан алып, уны тормошҡа ашырғанға тиклем бер ай ғына ваҡыт үткән. Инновацион проектар эшләүҙә ҙур тәжрибәһе булған Данил Малюшин өсөн үҙ социаль селтәрен булдырыу ҡыйынға төшмәгән. Өҫтәүенә, аралашыу өсөн айырым бер майҙансыҡ булдырыу теләге унда ике йыл элек үк барлыҡҡа килгән. Ҡушымтаны теләһәң ниндәй телефонға күсереп алырға мөмкин. Теркәлеү үткәндән һуң, унда үҙең тураһында мәғлүмәт, фотоларыңды һалырға була. Башҡа билдәле социаль селтәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, һинең ниндәй сәхифәләргә яҙылыуыңды башҡа берәү ҙә күрмәйәсәк. Шәхси сәхифә, яңылыҡтар теҙмәһе, төркөмдәр, фото һәм видео-контент. Яңы социаль селтәр һәр кемгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дуҫтар табып, үҙ аудиторияңды булдырыу мөмкинлеген бирә. Көнбайыштан килгән социаль селтәрҙәргә ҡарата сикләүҙәр индерелгән осорҙа беҙҙең илдә уларҙың аналогтарын күпләп эшләй башланылар. Ә башҡорт студенттары уйлап сығарған SWIPER ҡушымтаһының төп өҫтөнлөгө– хәүефһеҙлектә. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетының был проекты Инновациялар үҫешенә булышлыҡ итеү фонды иғлан иткән конкурста ҡатнаша. “Студенттар стартапы” конкурсы еңеүселәренә үҙ проектын үҫтереүгә бер миллион һумға тиклем аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк. Проект авторҙары ҡушымта өҫтөндә эшләүен дауам итә. Ҡулланыусыларҙың кәңәштәре буйынса ул камиллаштырыла, яңы функциялар өҫтәлә. Киләсәктә Башҡортостанда уйлап сығарылған SWIPER социаль селтәре интернет киңлектәрендә үҙ урынын табыр тигән ышаныс бар.