Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә байрам парадының беренсе репетицияһы уҙҙы.Парадта ҡатнашыусылар, тынлы оркестр әҙер... Башҡортостандың хәрби комиссары тәүге репетицияға старт бирҙе. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған парад быйыл да ғәҙәттәге форматта үтәсәк. Унда Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, Башҡортостандың эске эштәр министрлығы, таможня, бирелгән язаларҙы башҡарыу, ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре, суд приставтары, кадеттар, юғары уҡыу йорттары студенттары, хәрьи-патриотик клубтар ағзалары, хәрби хәрәкәттәр, Диңгеҙ йыйылышы ветерандары йәлеп ителде. Бөтәһе 25 төркөм майҙан буйлап үтәсәк. Еңеү парадында 1 мең 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашыр, тип көтөлә. Ә үҙенсәлектәргә килгәндә: быйыл тәүге таҡыр парадта кавалеристарҙың ҡатнаша. Шаймуратовсылар Бөйөк ватан һуғышы мәлендәге хәрби кейемдәрҙә буласаҡ.Шулай парадта ҡатнашҡан һәр төркөм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров булдырған “Иң яҡшы төркөм” Кубогына дәғүә итәсәк. Еңеүсене Республика етәксеһе урында уҡ билдәләйәсәк. Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеү һәм төп Еңеү парады ла Ҡыҙыл Майҙанда ғәҙәттәге форматта 9 май көнө буласаҡ.
Еңеү парады репетицияһы башланды
Еңеү парады репетицияһы башланды