Юлдарҙы тәртипкә килтереүгә бирелгән ваҡыт та сикле. Ҡаала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелгән мөһим темалар менән хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова таныштыра. Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре әле тәүлек әйләнәһенә көсәйтелгән режимда эшләй. Юл хеҙмәткәрҙәре заманса ҡорамалдар менән тәъмин ителгән. Юлдарға әле 845 тонна бетон-асфальтлы ҡатнашма түшәлгән. Соҡорҙарға ҡаршы көрәштә “Өфө ҡалаһының интерактив картаһы” сервисының әһәмиәте юғары баһалана һәм граждандарҙың барлыҡ мөрәжәттәре лә 15 майға тиклем хәл ителәсәк. Ратмир Мәүлиев Өфө урамдарын туҙан күтәрмәй, технологияға ярашлы таҙартырға һәм район етәкселәренә был мәсьәләгә тейешле иғтибар бүлергә бойорҙо. Яҙғы ташҡынға килгәндә Өфөлә һыу баҫыу осраҡтары бар. Халыҡ ташҡын осоронда ҡапыл юғалып ҡалмаһын өсөн белгестәр тарафынан иҫкәртеү эштәре алып барыла. Быйыл Өфөнөң 337 күп фатирлы йортонда капиталь ремонт эштәре ҡаралған
Өфөлә соҡорҙарҙы ямау эше әүҙем бара
Өфөлә соҡорҙарҙы ямау эше әүҙем бара