100-сө йәшен ваҡлаған Римма Панкратова хаҡында Өфөлә Эске эштәр министрлығының медик-санитар бүлеге госпиталендә ҡасан да булһа дауаланған һәр кем беләлер. Ул әле лә постта. 35 йыл инде госпиталгә килеүселәрҙе ҡаршы алып оҙатып ҡала. Үҙенең йәшәү дәрте, мәңге йәш сырайлы булыуының серҙәрен беҙҙең хәбәрселәр менән бүлеште. медик-санитар часы госпиталенә килеү, Римма Петровнаның яғымлы өндәшеүе, йылы ҡарашынан башлана. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемгә иғтибар бүлә, кәрәкле һүҙен таба. Тәүге эш урынында 41 йыл эшләгәндән һуң хаҡлы ялға сығып, 60 йәшендә госпиталгә эшкә урынлаша. Хәҙер инде 35 йыл дауамында ошо поста сәләмәтлеген яҡшыртырға килгән хәрбиҙәрҙе ҡаршылай. Эске эштәр министрлығы ветерандары Рөстәм Мөхәмәтов һәм Ислам Бикбулатов 25 йылдан артыҡ ошо госпиталдә, ике йылға бер дауаланып тора. Һәм һәр ваҡыт уларҙы Римма Петровна ҡаршылай. Римма апай тураһында яҙма эшләһәгеҙ ине, тип тә улар мөрәжәғәт итте.Уның йәшәү дәрте менән һоҡланабыҙ, ти ветерандар. Римма ханымды күргәс тә арҡалар төҙәйә, сөнки ул беҙгә үрнәк, тормош һынауҙарына бирешмәй, ти улар.Килеүселәрҙе ҡаршылап, телефонға яуап биреү Римма Петровна башҡарған эштең бер өлөшө генә. Яуаплы, үҙенә һәм башҡаларға талапсан хеҙмәткәргә етәкселектең дә ышанысы йылдар өҫтәлеү менән кәмемәй. Йәш сырайлы ғына түгел, ауырыу-сырхауҙарға ла бирешмәй. Йәштәр менән аралаша, улар менән үҙен тиң тоя. Был да сәләмәт, оҙон ғүмерле булыуҙың бер серелер. Ковид -19-ҙы ла үткәрә. 9 көндән эшкә сыға. Түшәктә ятыу минең турала түгел, ти ханым. Бәлки, диеталар ярҙам итәлер, тип төпсөндөк. Эш сәғәте тамамланғас, йәмәғәт транспортына йүгермәй. Үҙ яйына йәйәүләп өйөнә юллана. 4 км самаһы араны 50 минутта үтәм, ти ханым. Хәрәкәттә-бәрәкәт. Беҙ ҙә уның артынан ҡуҙғалдыҡ. Римма Панкратованың дөйөм хеҙмәт стажы 76 йыл. Һуғыш осоро ҡыҙы ул. Ауырлыҡтар күреп сыныҡҡан. 1943 йылда ғаиләне ашатыусы өлкән бала булараҡ, 14 йәшлек ҡыҙ мәктәпте ташлап Өфө телеграфына эшкә килә. Фронт хәбәрҙәре, “йәшерен” мисәтле телеграммалар ҡабул итеү, кәрәк икән соҡор ҡаҙып бағаналар ултыртыу һәм поезд юлдарын ҡарҙан таҙартыу. Барыһын да эшләй. Һуғыштан һуңғы йылдар ҙа еңел булмай. Өфө телеграфында 41 йыл хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Миҙал-ордендар бихисап. Ысын ҡатын-ҡыҙ булараҡ уларҙы тағырға ашыҡмай, күлдәк боҙола, ти. Иҫтәлекле фотолар, яҙмалар менән танышып геройыбыҙ менән хәтер йомғағын систек. Оҙаҡ ултырырға ваҡыт юҡ, ветерандар советы ағзаһы булараҡ, хәле насар ветерандарға ярҙам итергә барырға кәрәк тип, йәнә хайран итте 95 йәшлек хужабикә.
Тынғыһыҙ һәм алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр
Тынғыһыҙ һәм алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр