Буш сикләүҙәр

Буш сикләүҙәр

6 мең 898 алданған өлөшсөнөң хоҡуҡтары тергеҙелгән, 2022 йыл башынан йәнә бер меңдән ашыу өлөшсө фатир йәиһә аҡсалата компенсация алған. Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышында Радий Хәбиров “Беҙ йөкләмәне үтәйбеҙ, билдәләнгән ваҡытҡа проблемалы йорттарҙа төҙөлөш тамамланасаҡ, был бурысты ил президенты Владимир Путин ҡуйҙы”, — тип белдерҙе. Проблемалы йорттар реестрында әле 83 йорт бар, 3 мең 633 өлөшсө үҙ фатирын көтә. Йыл башынан 23 объект исемлектән сығарылған, яҡын арала йәнә ике йорт буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк. Оператив штаб ултырышында төбәктәге ҡулланыусылар баҙарындағы, сәнәғәт һәм төҙөлөш тармаҡтарындағы хәлгә байҡау яһалды. Төҙөүселәр тотороҡло үҫеш күрһәткестәрен дәлилләй. Санкция сикләүҙәре шарттарында федераль һәм төбәк кимәлендә тармаҡҡа ярҙам саралары күрелә. Льготалы программалар буйынса иптоека ставкаларын түбәнәйтеү мөмкинлектәре ҡарала. Республикала аҙыҡ-түлек запастары етерлек, социаль әһәмиәткә эйә тауарҙар һатыу даими күҙәтеүгә алынған, хаҡтар тотороҡло. Дефицит юҡ. Сәнәғәт энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев республикала тармаҡ предприятеларына ярҙам маҡстаныда кризисҡа ҡаршы комитет ойошторолдо, тип белдерҙе.