Башҡортостандағы предприятие Минск автозаводы өсөн айырым деталдәр етештерәсәк. Бәләбәй заводындағы яңы етештереү линияһын Радий Хәбиров барып күрҙе. Бәләбәйҙәге “Автонормаль” заводы машиналар эшләү өлкәһендәге ҙур предприятиеларҙың береһе. Бында болт, гайканан башлап автомобиль сәнәғәте өсөн пружиналарға тиклем деталдәр етештерелә.Бөгөн заводта 2 мең 800 кеше эшләй. Һуңғы йылдарҙа эшселәр һаны 400 кешегә артҡан. Радий Хәбиров предприятие эше менән танышып завод һуңғы йылдарҙағы ҡатмарлыҡтарҙы лайыҡлы үтеп, етештереү ҡеүәтен ике тапҡырға арттыра алыуын билдәләп китте.Киләсәктә предприятие Минск автозаводы менән хеҙмәттәшлек итә башларға ниәтләй.Предприятиеның иң яҡшы 15 эшсегә Радий Хәбиров лайыҡлы дәүләт нагрдаларын, маҡтау ҡағыҙҙарын, ордендар тапшырҙы.
Башҡортостане Минск автозаводы өсөн айырым деталдәр етештерәсәк
Башҡортостане Минск автозаводы өсөн айырым деталдәр етештерәсәк