Өфөлә оло һыуға әҙерлек дауам итә

Өфөлә оло һыуға әҙерлек дауам итә

Алдағы көндәрҙә боҙ китеп бөтәсәк һәм киләһе аҙнала йылғалар кимәле күтәрелер, тип белдерә гидрологтар. Ошо йәһәттән баш ҡаланың Дим районында барлыҡ хеҙмәттәрҙең әҙерлеге тикшерелде. Күнекмәлә теләк белдергән студенттар ҡатнаша. Сценарий буйынса, Дим районының Козарез баҡса ширҡәтенә илткән юлды һыу баҫа. Унда йәшәүсе 10 кешене хәүефһеҙ урынға сығаралар һәм сәләмәтлектәрен тикшерәләр.Һуңынан автобустарға тейәп, халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына оҙаталар. Өфөлә 6 мең ярым кешегә иҫәпләнгән ошондай 55 объект бар. Шуларҙың береһе Дим биҫтәһендә урынлашҡан.Халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары күбеһенсә социаль учреждениеларҙа, шифаханаларҙа ойошторолған һәм бында кешеләргә бөтә йәшәү шарттары бар.Дим районында халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты Һамар дәүләт юл бәйләнештәре университеты филиалы ятағы нигеҙендә урынлашҡан. Ул 50 кешегә иҫәпләнгән. Ташҡын көслөрәк булып, күберәк йорттарҙы һыу баҫһа, спорт залында ла өҫтәмә 200 урынлыҡ пункт булдырыла.Күнекмә сиктәрендә техника һәм ярҙам саралары тикшерелде. Һәр предприятие үҙ өлгөләрен күрһәтте. Алдан хәстәрләү бик мөһим, ти ҡатнашыусылар. Сөнки хәүеф янаған мәлдә кәмәң тишек булһа, һыуҙы һурҙырыусы йә электр энергияһы биреүсе двигатель эшләмәй торһа ваҡиға күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал.Ташҡын осоронда йылғаларҙа һыу тиҙ күтәрелә. Шуға күрә кешеләрҙең әҙерлеге лә күҙ уңынан ысҡындырылмай. Беҙҙең халыҡ ниндәйҙер бәлә янаһа, берҙәм була белә. Ташҡын һәр ваҡыт көслө килмәһә лә, йыл һайын ҙур предприятие ойошмалар оло һыуға әҙерлек алып бара.Әйткәндәй, был сюжет әҙерләнгәндә Козарез һәм Альбатрос баҡса ширҡәттәренә илткән юлды һыу баҫты. Уның киңлеге 60 метр, ә тәрәнлеге 30 сантиметр тирәһе тип белдерҙеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығынан. Халыҡ менән аңлатыу эше уҙғарылған, аҙыҡ-түлек һәм һыу менән тәьмин ителгән. Хәҙер ҡотҡарыусылар бында йәшәүселәр менән даими бәйләнештә тора. Эҫем, Ләмәз һәм Инйәр йылғаларында боҙ китеп бөткән тиерлек. Ә бына Әй һәм Йүрүҙән йылғаларында әле боҙ тығындары барлыҡҡа килә. Тау йылғаларында һыу күтәрелә башлаған. Ағиҙел тәүлегенә 11-52 сантиметрға, ә Ҡариҙел 11-93 сантиметрға арта. Алдағы көндәрҙә боҙ ағып бөтөп, тау йылғаларының иң юғары кимәле, ә үҙән йылғаларының ярҙарынан сығыуы көтөлә.