Өфө урамдары ҡасан саңдан һәм сүп сарҙан арыныр?

Өфө урамдары ҡасан саңдан һәм сүп сарҙан арыныр?

Өфө урамдары ҡасан саңдан һәм сүп сарҙан арыныр, ҡала халҡы шәмбе өмәләренә сығырға әҙерме. Ҡала урамдарын йыуып таҙартыу. Шунан да яҡшыһы юҡ, сөнки көндәр ҡапыл йылытыу сәбәпле бысраҡ саңға әйләнеп һауаға күтәрелде. Шуға ла быйыл урамдарҙы таҙартыу бер аҙ иртәрәк башланды. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы Радий Хәбиров та иҫкәртте. Коммуналь хужалыҡтар алдына, аҙна-ун көн эсендә башҡала урамдарын тулыһынса йыуып-таҙартып бөтөргә тигән бурыс ҡуйҙы. Үҙәк урамдарҙы йыйыштырыу күпкә иртәрәк башланды, ти коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. Был аҙнанан улар ике сменала эшләй. Йыуыу-таҙартыу эштәре тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Әлбиттә, тиҙ арала урамдарҙы ипкә килтереү өсөн һәр райондың үҙ көсө генә етмәйәсәк. Йорт алдары, урам, тротуарҙар ғына түгел һәр ойошманың ишек алды, тәҙрәләре ялтырап торороға тейеш. Ҡала хакимиәтенән эшҡыуарҙарға ошондай бурыс ҡуйылған.Ойошманың тирә -яғы 10 метр арауыҡта эшҡыуар тарафынан таҙартылырға тейеш. Алена Лебедева тәүгеләрҙән булып саҡырыуҙы ҡабул итәкән. Эште иң беренсе урам яғынан тәҙрә йыуыу, күтәрмәне таҙартыуҙан башланыҡ, ти Алена. Таҙалыҡ һәр кемебеҙгә кәрәк. Урамдар күҙгә күренеп таҙара башлауын, ҡала халҡы ла күҙәтә. Берҙәмлектә көс, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға, шәмбе өмәләренә сығыуҙан халыҡ баш тартмай. Стендап. Көн һайын башҡала урамдарын сүп-сарҙан таҙартыу өсөн 200 берәмек техника, 600-ләгән кеше сыҡа. Ҡала комуналь хужалыҡтары әйтеүенсә алдағы 10 көндә Өфө урамдарын тулыһынса сүп-сарҙан таҙартып бөтөләсәк.