SMART-баҡсасы

SMART-баҡсасы

15-16 апрелдә Өфөлә Башҡортостан баҡсасыларының беренсе «SMART-баҡсасы» форумы ойоштороласаҡ. Торатау конгресс-холында үтәсәк сарала 500-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү мәсьәләләре фекер алышыу майҙансығына сығарыласаҡ. Бындай сара  — заман талабы. Әлеге шарттарҙа, ысынлап та, баҡсасылыҡ тармағы икенсе һулыш ала. Сит ил сикләүҙәренә ҡарамай, үҙ ерендә, үҙ ризығын үҫтергән кешеләр маҡтауға лайыҡ. Беҙҙең хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова Шамонино ҡасабаһында йәшәүсе оҫта баҡсасы менән мул уңыш үҫтереү серенә төшөнөп ҡайтты. Берәүҙәр йәшелсә үҫентеләре ултыртырғамы, юҡмы тип икеләнгән арала Ирина Китаева беренсе уңышын йыя. Оҫта баҡсасының тәҙрә төбөндә помидорҙары өлгөргән. Ирина Китаева һөнәре буйынса уҡытыусы, оҙаҡ йылдар ресторан бизнесы өлкәһендә эшләгән. Йорт һатып алғас, ер эше менән ҡыҙыҡһына башлай. Яратҡан шөғөл хәҙер төп эшенә әйләнгән. Боросҡа һыу һиптереү килешә, ә бына помидор, баклажандың төбөнә ҡойор кәрәк. Йортоноң икенсе ҡатында үҫтергән йәшелсәләрҙең бәләкәй генә бер өлөшө. Ҡалғанын баҡсасы теплицаға сығарып ултырта. Меңәрләгән төп борос, кәбеҫтә, баклажан, тәмләткес үлән, сәскә. Шулай ҙа яратҡан йәшелсәһе  — помидор. Оҫта баҡсасыла уның 70 төрө бар. Ғиндулла, Гигантелла, Мәүлиҙә, Әлфиә, атомлы виноград, ҡыҙғыл һары мөғжизә, сорттарҙың исемдәрен иҫтә ҡалдырып булмай, Ирина иһә һәр- береһенең үҙенсәлеген, уңыш күләмен, тәмен, һаҡлау нескәлектәрен яҡшы белә. Коллекция йылдан-йыл тулылана. Был сорт мәҫәлән, Гном. Ул ялкауҙар өсөн, ултырттың да-оноттоң. Өлгөрөү ваҡыты һәм тәм сифаты буйынса Японка сортына еткәне юҡ, ти баҡсасы. Экзотик помидорҙарға ихтыяж да ҙур. Үҫентеләрҙең әҙер булыуын көтөп кенә тора баҡсасылар. Быйыл иһә заказ биреүселәр һаны ла бермә-бер артты, ти Ирина. Насар ерҙән сәләмәт үҫенте сыҡмай. Уңыш яҡшы булһын өсөн тупраҡтың сифатлы булыуы тәү шарт. Магазинда һатылған әҙер тупраҡты өнәп етмәй Ирина. Үҫенте өсөн ерҙе ул үҙе әҙерләй. Үҙе эшләнгән тупраҡты башҡа туҡлыҡлы мәтдәләр менән байытмай хужабикә. Минералдар үҫенте сәскә атҡанда ғына кәрәк. Тәжрибәле баҡсасының әйтеүенсә, помидорҙарҙың иң яҡын дуҫы базилик. Тап ошо үлән йәшелсәнең тәмен яҡшыртырға һәләтле. Шуға ла уларҙы бер-береһенә яҡын ултыртырға кәңәш ителә. Бала кеүек ҡарап-һаҡлап үҫтергән үҫентеләр уңышы менән дә ҡыуандыра. Көҙөн тәрбиәләп кенә өлгөр, ти баҡсасы. Соустар, томат һуттары, тоҙланған, ҡаҡланған, киптерелгән төрҙәре. Барлыҡ әҙерләмәләр өләсәһенән ҡалған бороңғо рецептар буйынса эшләнә. Мальта, Африка, Рәсәйҙең көнъяғы. Сит тарафтарҙа күп йөрөгән ҡатын иң уңдырышлы ер Башҡортостанда тигән һығымтаға килгән. Баҡса тотоп мул уңыш йыйыу өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар, тигән фекерҙә ҡатын.Үҙ ерендә йәшелсә-емеш үҫтергән кешеләргә донъялағы сикләүҙәр ҡурҡыныс түгел, тигән фекерҙә Ирина. Теләк һәм тырышлыҡ ҡына булһын.