Проект бишенсе тапҡыр үткәрелә һәм йыл да һүҙ оҫталарына йәмәғәтселеккә мөһим һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеген бирә. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Залда тынлыҡ. Сығыш яһаусыларҙың һәр һүҙен тамашасылар йотлоғоп тыңлай. Бәйгегә сыҡҡан һәр егет һәм ҡыҙҙың улар өсөн тип әҙерләгән йөрәк һүҙҙәре урғыла. Финалистарҙың оҫталығын Башҡортостандың халыҡ артистары Олег Ханов, Флүрә Килдейәрова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Ҡунафин баһаланы. Азамат Ғафаров алмаштырғыһыҙ рефери. Алып барыусылар – Фирҙәт Ғәлиев һәм Александр Кузьменко ла “Йөрәк һүҙе”нә тоғро. Ә тамашасылар төбәктең төрлө район-ҡалаларынан йыйылған. Халыҡ күңел тетрәндергес сығыштарҙы көтә, ә сәхнә артында бәйгеселәр тулҡынлана. Улар араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Иҙел Алсынов та бар. Бишенсе тапҡыр үткәрелгән “Йөрәк һүҙе”нә үткән йылдарҙағы бәйгелә ҡатнашыусылар ҙа килде.Быйыл иһә тамашасылар һөйөүен Ишембай егете Урал Таһиров яуланы.Тәүге турҙа Рәми Ғариповтың шиғырҙары менән сыҡты ҡыҙ-егеттәр. Кешелектең, йәшәйештең бөтә яҡтары асыла уларҙа.Ҡыҙыу барған бәйгелә өсөнсө урынды Нияз Замалетдинов алды. Икенсе урында Зөбәржәт Утарбаева.Ә бишенсе “Йөрәк һүҙе”нең еңеүсеһе тип жюри Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Кәбировты билдәләне. Артур был бәйгегә күптән әҙерләнгән.Актерҙың ялҡынлы сығышын тамашасылар ҙа яратып тыңланы.Рәсәй.Башҡортостан каналында “Әйтер һүҙем бар” исеме аҫтында башланып киткән “Йөрәк һүҙе” күптән халыҡ проектына әйләнде. Уны Башҡортостан халҡы көтөп ала, ә ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә, республика ауыл-ҡалаларында ул әүҙем ойошторола. Шиғри бәйгене ойоштороусылар ауырлыҡтарҙы йырып алға атлай һәм киләсәккә ҡыйыу пландар ҡора.
“Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһенең еңеүсеһе – Артур Кәбиров
“Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһенең еңеүсеһе – Артур Кәбиров