Өфөлә йәнә ойошторолған йыйында Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Санкт-Петербург, Свердловск өлкәһе, Красноярск һәм Пермь крайҙары, Башҡортосан һәм Татарстан республикалары компанияларының төҙөкләндереү, уңайлы мөхит, инженер селтәрҙәре, яҡтыртыу, төҙөлөш өлкәләренә ҡағылған махсус күргәҙмәләре асылды. Тармаҡ вәкилдәре йыл йомғаҡтарын барлап киләсәккә бурыстар билдәләне. Башҡортостанда 2021 йылда 146 йәмәғәт биләмәһе, 148 йорт ихатаһы төҙөкләндерелгән, 312 подъезд ремонтланған, 834 күп фатирлы йортта капиталь ремонт яһалған. Йыл һөҙөмтәләре буйынса 14 ҡала Рәсәй төҙөлөш министрлығы рейтингында уңайлы ҡала мөхите дәрәжәһен алған.
Торлаҡ хеҙмәтләндереү өлкәһендә тотороҡлоҡ һаҡлана
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты финанслау күләмендә үҙгәрештәр көтөлмәй. Санкцияларға ҡарамаҫтан тармаҡ граждандарға тейешле хеҙмәт күрһәтеүен дауам итә. Ошо хаҡта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев “Управдом” форумы барышында белдерҙе.