Үткән йылдағы ҡоролоҡтан һуң ерҙәге дымды һаҡлап ҡалыу төп шарт. Әле күп йыллыҡ үләндәргә һәм ужым культураларына ашлама индереү, баҫыуҙарҙа дым ҡаплау эштәре башҡарыла. Хужалыҡтар яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерме? Ауыл хужалығы предприятиелары кәрәкле материалдар, орлоҡ һәм ашлама менән тулыһынса тәьмин ителгән. Төп маҡсат, тупраҡта дым кимәле һәм яуым-төшөм түбән булыу сәбәпле, сәсеү кампанияһын мөмкин тиклем ҡыҫҡа арауыҡта тамамлау. Былтырғы ҡоролоҡтан һуң ерҙәге дымды һаҡлап ҡалыр өсөн республика аграрийҙары сәсеү кампанияһын мөмкин тиклем иртәрәк башларға тырыша. Был йәһәттән әле баҫыуҙарҙа тырматыу эштәре башланды. Бер-нисә көндән сәсеүгә төшәсәктәр. Шишмә районында сәселгән төп техник культура – шәкәр сөгөлдөрө. Шуға ла был татлы культура майҙандың күп өлөшөн алып тора һәм уны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Бынан тыш, шулай уҡ бойҙай, арпа, һоло кеүек иген культуралары сәселәсәк. Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов һүҙҙәренсә, быйылғы яҙғы сәсеү кампанияһы 20 миллиард һумға баһалана. Төбәктә шулай уҡ сәсеүлектәр майҙаны ла арттырылды, йәмғеһе 2 миллион 850 мең гектар тәшкил итә. Быйылғы яҙғы сәсеү кампанияһына хужалыҡтар ентекле әҙерләнгән: яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек, техника әҙер, кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ. Сәсеү эштәре менән бер рәттән, ергә минераль ашламалар индерелә, ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу бара. Әгәр ҙә һауа шарттары ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаһа, сәсеү май урталарында тамамланыр тип көтөлә.
Республика аграрийҙары сәсеү кампанияһын башланы
Республика аграрийҙары сәсеү кампанияһын башланы