Ҡотолор әмәл бармы?

Тулыраҡ: Ҡотолор әмәл бармы?

Баймаҡ районында ҡара сиңерткәләргә ҡаршы көсәйтелгән әҙерлек режимы иғлан ителде. Яҡынса егерме мең гектар хужалыҡ баҫыуҙары ҡоротҡостарҙан зыян күреп өлгөргән. Үткән аҙнала ҡара сиңерткәләр Һаҡмар зонаһында урынлашҡан баҫыуҙарҙа осраһа, хәҙер улар Ирәндек буйына күскән. Ҡоротҡостарҙың үрсеүенә көндәрҙең эҫе тороуо, яуым-төшөмдөң дә һирәк булыуы ярҙам итә. Ҡара сиңерткәләр әле ҙурайып өлгөрмәгән – ике-өс сантиметрлы. Бер квадрат метр ергә яҡынса ҡырҡҡа яҡын сиңерткә тура килә. Баҫыуҙарҙа яңы ғына баш ҡалҡытҡан үҫентеләрҙе улар аяуһыҙ юҡ итә тип бошона урындағы фермерҙар. Белгестәр, ҡара сиңерткәләрҙең үрсеүе эшкәртелмәгән шәхси хужалыҡтарҙан, бесәнлектәрҙән килә тигән фекерҙә. Әлбиттә, ҙур көс,матди сығымдар түгеп сәселгән баҫыуҙарҙағы үҫентеләрҙең бер нисә көн эсендә юҡҡа сығыуы ҡыҙғаныс күренеш. Шуға күрә бөгөн бар хужалыҡтар алдында ваҡытында ҡоротҡостарға ҡаршы сара күреү бурысы тора.