Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху рәсми визит менән Мәскәүгә килде. Был сәфәр ике ил араһында дипломатик мөнәсәбәттәр ойоштороуға 25 йыл тулыуға арнала. Израиль етәксеһен Рәсәй президенты ҡабул итте. Биньямин Нетаньяху Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскәләр һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.
Рәсәйҙең яңы фрегаты «Адмирал Эссен» да тантаналы шарттарҙа Андреев флагы күтәрелде. Корабль илдең Ҡара диңгеҙ флоты составына индерелде. Уның дислокация урыны Севастополда буласаҡ. Мартта «Адмирал Григорович» корабле сафҡа индерелгәйне. Тиҙҙән «Адмирала Макаров» фрегаты ла Рәсәй оборона министрлығына тапшырыласаҡ.
Истамбулда сираттағы террор ғәмәле. Йәмәғәт транспорты туҡталышынан йыраҡ түгел генә бомба шартлаған. Тап ошо мәлдә унан полиция автобусы үтеп барған. 11 кеше һәләк булған, 36 кеше бик ауыр хәлдә.
Дондағы Ростовта тракторҙарҙа «Бизон-Трек-Шоу 2016» ярыштары үтте. Унда Ростов, Мәскәү өлкәләренән, Краснодар һәм Ставрополье крайҙарынан, Ҡырым республикаһынан 29 кеше ҡатнашҡан. Иң өлкән спортсыға 67 йәш. Ҡурҡыныс боролоштар, трамплиндар, ҙыулы соҡорҙарҙан торған 14 саҡырым 700 метрлыҡ трассаны уҙышсылар сәғәтенә 75 саҡырым тиҙлек менән үткән. Ярыштарҙы ҡарарға 40 мең көйәрмән килгән.