Яһалма аталандырыу – төрлө сәбәптәр менән түлһеҙ ҡалған һәм ата-әсә булыу бәхетенә эйә булырға теләүселәр өсөн берҙән-бер сара. Яңыраҡ перинаталь үҙәк 10 йыллыҡ байрамын билдәләне, байрамға илдең төрлө төбәктәренән тиҫтәләгән бәхетле ата-әсәләр, балалар йыйылды. Бында 10 йыл эсендә 2000 дән ашыу бала донъяға килгән. Туғыҙ йыл элек эко ярҙамында беренсе сабый ауаз һала. Егор быйыл икенсе класты тамамлаған. Бер йыл элек һеңлеһе лә тыуған. Лариса Ғабдрахимованың өлкән улына 18 йәш тулғанда тағы бер юлы ике һеңле һәм ҡусты бүләк итә. Асель, Жан, Аделина быйыл беренсе класҡа барасаҡ.Ә был кескәйгә әле ике йәш кенә. Белорет районы Зөйәк ауылынан әсәһе Ләйсән менән байрамға килгән. Перинаталь үҙәк асылыуға 10 йыл. Ошо арауыҡта ул оло ҡаҙаныштарға өлгәшкән.Сара һауаға шарҙар осороу, иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Кескәйҙәр ҙә, ата-әсәләр ҙә байрамдан ҡәнәғәт ҡалды.Түлһеҙлек менән яфаланған ғаилә парҙары үҙәктә сиратҡа баҫа ала. Бындағы белгестәр һәр саҡ сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер.
Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – әсә булыуҙа
Тулыраҡ: Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – әсә булыуҙа