Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларҙы ошо байрам менән ҡотлап, муниципалитет хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы, яуаплылығы, ышаныслылығы һәм илһөйәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика етәксеһе белдереүенсә, уларҙың ныҡышмаллығы, муниципаль хеҙмәткә тоғролоғо, инициатива күрһәтеүе бик күп мөһим проекттарҙы бойомға ашырырға, район-ҡалаларҙа йәшәгән кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы хәл итергә, тормошто яҡшыртырға, йәмләргә булыша.
«Беҙ төрлө ауырлыҡтарға һәм һынауҙарға берҙәмлек һәм компетентлыҡ менән яуап бирәбеҙ. Бергәләп аҡыллы планлаштырырға, аҡса һәм сығанаҡтарҙы дөрөҫ бүлергә, эштең бөтә этаптарын аныҡ ойошторорға һәм контролдә тоторға өйрәнәбеҙ. Ил тормошондағы әлеге ҡатмарлы этапты уңышлы үтербеҙ, кәрәкле һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ тип ышанам. Алға табан барырбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, яуаплы хеҙмәтегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләйем! Уңыштарға шатланып эшләгеҙ, дуҫтар. Урындағы үҙидара көнө менән һеҙҙе», — тиелә Башҡортостан Башлығының ҡотлауында.