«Һуңғы ҡыңғырау» көнө раҫланды

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев башҡала мәктәптәрендә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыу көнөн раҫланы – тантаналар 25 майҙа ойошторола. Ошо туралағы документ мэрияның сайтында баҫылған.

Өфө райондары хакимиәт башлыҡтарына, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығына, Янғын һағы идаралығына, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлегенә Һуңғы ҡыңғырау байрамын үткәргәндә уҡыусылар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү, уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау сараларын күреү бурысы йөкмәтелгән.

Мәғлүм булыуынса, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында Башҡортостан биләмәһендә «ҡоро закон» ғәмәлдә. Был көндө республикала сығарылыш уҡыусыларына иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла. Әлеге закон республикала 2017 йылдан ғәмәлгә инде.