Бөгөн Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы ҡарамағындағы Эксперт Советының сираттағы ултырышы үтте

Тулыраҡ: Бөгөн Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы ҡарамағындағы Эксперт Советының сираттағы ултырышы үтте

Унда ҡулланыусыларҙың электр селтәрҙәренә техник тоташыу мәсьәләләре тикшерелде һәм был өлкәлә ҡанундарҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ҡаралды. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, ҡайһы бер компаниялар электр энергияһын иҫәпләүсе ҡорамалдарҙы пломбалау өсөн аҡса ала. Хеҙмәт күрһәтеү 1 мең һумға тиклем барып етә. Ошо турала физик һәм юридик шәхестәрҙән ялыу булған. Белгестәр әйтеүенсә, закон буйынса пломбалау бушлай ҡаралған.