Байрам көндәрендә аҡсаның ҡайһы көндәрҙә түләнгәнен һылтанма буйынса, шулай уҡ йәшәгән урындағы почта бүлексәһендә белергә мөмкин.
«11 майҙан социаль түләүҙәр ғәҙәти графикка ярашлы таратыла», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Хәбәр итеүебеҙсә, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәм Еңеү көнө уңайынан биш көнлөк эш аҙнаһында быйыл 30 апрель, 1, 2, 3, 4 , шулай уҡ 7, 8, 9, 10 май ял һәм байрам көндәре булып тора. Шул уҡ ваҡытта йома 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш көнө ҡыҫҡармай.