Лекциялар өс бүлектән тора – “Яңы офоҡтар”, Рәсәйҙең донъялағы роле” һәм “Беҙ бергә”. Илдең билдәле иҡтисадсылары, социологтар, тарихсылары, мәҙәниәт белгестәре һәм психологтар Ватаныбыҙҙың бай тарихы һәм үҙенсәлекле йолалары тураһында һөйләне. Фән һәм технологиялар өлкәһендәге ҡаҙаныштар, бизнес проекттар өсөн ҡулай өлкәләр тураһында мәғлүмәт бирҙе, финанс белем сығанаҡтарына иғтибар йәлеп итте. Лекция тыңлаусылар шулай уҡ Рәсәйҙә алып барылған ирекмән һәм хәйриә эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алды.
“Знание” йәмғиәте “Яңы офоҡтар”ға саҡыра
«ZаРоссию» илһөйәрлек марафоны сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетында йәштәр өсөн Рәсәйҙең “Знание” йәмғиәте тарафынан мәғрифәтсе лекциялар ойошторолдо.