Өфөлә «ZаРоссию» илһөйәрлек марафоны башланды

Музыка марафоны сиктәрендә илһөйәрлек концерты эстафетаһын Башҡортостандың башҡалаһына Бийск ҡалаһы тапшырҙы.

«Торатау» конгресс-холы ҡаршыһындағы майҙанда ҡоролған сәхнәлә ил күләмендә танылған рок-йондоҙҙар һәм республикала билдәле артистар сығыш яһай. Марафон алты федераль – Үҙәк, Төнъяҡ-көнбайыш, Көнбайыш, Волга буйы, Урал һәм Себер округтары биләмәһендә урынлашҡан 30 ҙур һәм бәләкәй ҡалала үтә.

Өфөләге концерт хедлайнерҙары — ике легендар рок-төркөм – «Ва-БанкЪ» һәм уның лидеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Ф. Скляр менән «СерьГа» төркөмө, етәксеһе Сергей Галанин менән.

Концертта шулай уҡ Карина Низамова һәм Prado төркөмө сығыш яһай. Zainetdin этно-коллективы тамашасыларҙы Neo Vision яҡтылыҡ шоуы менән арбарға ниәтләй. Концертҡа инеү ирекле.

22 апрелдә киске сәғәт һигеҙгә тиклем мәғлүмәт стенды асыҡ, унда ҡаланың мәрхәмәтлек ойошмалары тураһында белешмә алып мохтаждарға ярҙам сараларына ҡушылырға мөмкин.

Ойоштороусылар концерттың төп ваҡиғаһы — «Свет наших сердец». Бөтә Рәсәй эстафетаһында ҡатнашырға өндәй.

Марафондың рок-маршрутын артабан – Новокузнецк һәм Магнитогорск ҡалалары ҡабул итә.