Сара Себерҙең иң боронғо рус музыка ҡоралдары коллективы – Рус академия оркестры ойошторолуға 95-йыл тулыуға арнала. Фестиваль «Мәҙәниәт» милли проекты саралары исемлегенә алынған һәм Новосибирск өлкә хакимиәте ҡатнашлығында үтә.
Башҡортостан Республикаһының милли ҡоралдар оркестры Новосибирскиҙың Рус академия оркестрын тыуған көнөн менән ҡотларға Улан-Удэның Бурят милли оркестры, Екатеринбургтың Урал дәүләт рус оркестры, Барнаулдың Е.И. Борисов исемендәге «Себер» Алтай дәүләт рус халыҡ ҡоралдары оркестры, Красноярскиҙың А.Ю. Бардин исемендәге филармония рус оркестры менән берлектә юлланды.
«Фестивалдең идеологик бурысы – рус музыкаһы һәм мәҙәниәтенең төрлө яҡлы икәнлеген күрһәтеү, – тип билдәләй фестивалде ойоштороусыларҙың береһе, Новосибирск филармонияһының Рус музыка ҡоралдары оркестры художество етәксеһе һәм баш дирижеры Владимир Гусев. — Беҙ халыҡ ҡоралдарының киң мөмкинлектәрен танытабыҙ, беҙҙең жанрҙың классик аңлатмаһы сиктәренән сығып тамашасыға фольклор ҙа, заманса музыка ла, өзләү ҙә тәҡдим итәбеҙ. Фестивалдә донъяла берҙән-бер башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры һәм Бурят милли оркестры сығыш яһай, тип белдерҙе Владимир Гусев.
Илдең халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаған алдынғы оркестрҙары концерт программаларынан тыш оҫталыҡ-кластары күрһәтә, ижади осрашыуҙар сиктәрендә халыҡ ҡоралдары оркестрҙарының бөгөнгө эшмәкәрлегенә ҡағылған мәсьәләләр тураһында фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша. Фестиваль быйыл бишенсе тапҡыр үтә.
«Струны Сибири» — «Себер ҡылдары» 25 апрелдә «95 йыл. Үҙ юл», тип аталған һәм Рус академия оркестрының юбилейына арналған концерттан башланды.
26 апрелдә Кац исемендәге залда ике үҙенсәлекле оркестр сығыш яһай – шуларҙың береһе – донъяла берҙән-бер, башҡорт милли ҡоралдар оркестры — башҡорт далаларының ҡеүәтле энергетикаһына сумырға саҡыра, тип яҙа «Сиб.фм» баҫмаһы.
Оркестр составында ҡурай, ҡыл-ҡубыҙ, думбыра һәм башҡа милли музыка ҡоралдары.
27 апрелдә сәхнәлә фестивалдең жанр палитраһын өс оркестр бер юлы тәҡдим итергә йыйына.
28 апрелдә халыҡ ҡоралдарының ҙур «баттл»-концерты ойошторола. Сәхнәлә фестивалдә ҡатнашҡан алты оркестрҙың барыһы бергә йыйылма сығыш яһап тамашасыларға сюрприз бүләк итергә әҙерләнә. «Фейерверк» тип исемләнгән финал концерты халыҡ йолалары һәм заманса музыканы берләштереп фестивалгә йомғаҡ яһай.