Республикала йылытыу миҙгеле ваҡытынан алда тамамлана

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев йылытыу миҙгелен тамамлау хаҡында белдерҙе.

«Һауа температураһын иҫәпкә алып, муниципаль берәмек башлыҡтарының иғтибарын коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре нормаларына йүнәлтәм: тышта һауа температураһы биш тәүлек рәттән +8 градустан юғары булһа, муниципалитет йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында ҡарар ҡабул итә ала. Күп фатирлы йорт милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары булһа йылытыу миҙгелен иртәрәк тамамларға мөмкин, бының өсөн тейешле мөрәжәғәтте һәм йыйылыш протоколын идара итеүсе компанияға тапшырырға кәрәк», — тине ул.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, район-ҡалаларҙың күпселеге йылытыу миҙгелен — апрелдә, ҡалғандары майҙа тамамларға йыйына. 25 апрелгә Асҡын, Борай, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында ҡарар ҡабул иткән.