Балыҡ тоторға ярамай

Башҡортостанда 25 апрелдән 5 июнгә тиклем һәүәҫкәр балыҡсылыҡ тыйыла. Ошо хаҡта республиканың экология министрлығы иҫкәртте.

Икенән дә күп булмаған ырғаҡлы бер ҡалҡыуыслы йәиһә һыу төбө ҡармағынан башҡа бөтә төр балыҡ тотоу ысулдары тыйыла. Шулай уҡ ыуылдырыҡ сәсеү урындарында балыҡ ҡармаҡларға ярамай.

Табылған һыу биоресурстарының ҙурлығына ҡарата ла талаптар бар. 40 сантиметрҙан ҡыҫҡараҡ ағасаҡ, һаҙан һәм һыла балығы, 28 сантиметрҙан кәм ҡорман, 90 сантиметрҙан кәм йәйен, 10 сантиметрҙан бәләкәйерәк ҡыҫала эләкһә — һыуға кире ебәрергә кәрәк. Тәүлегенә рөхсәт ителгән күләмде лә арттырырға ярамай, ул биш килограмдан артмаҫҡа тейеш.

Ведомствонан иҫкәртеүҙәренсә, ике ай дауамында һыу ятҡылыҡтарында күҙәтеү-тикшереү эштәре көсәйтелә. Тыйыуҙарҙы боҙған өсөн балыҡсыларға ике меңдән биш мең һумға тиклем штраф һалына. Балыҡ аулау саралары һәм кәмәләр тартып алына. Вазифалы кешеләргә штраф күләме 20-нән 30 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 100-ҙән 200 мең һумға тиклем.